Шул саҡ ҡаршыма эштән ҡайтып килгән бер ауыл абзыйы осраны. Ул минең был «айырыуса оҙон» сәстәремде күреп, һүҙһеҙ ҡалды. Мин ғәҙәттәгесә ябай ғына итеп: «Һаумыһығыҙ!» — тинем дә, эргәһенән ҡор аҙымдар менән үтеп тә киттем. Ул абзый телһеҙ ҡалып баш ҡаҡты ла, артына боролоп-боролоп ҡарап китеүен дауам итте. Ә минең эсемдә ысын тантана!  https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-11-11/bala-sa-ty-matur-h-tir-l-re-4872579
    0 комментариев
    1 класс
    💥Башҡортостан "Кесе Ватан – Рәсәй ҡеүәте" форумына ҡушылды. ✅2026 йылдың 5 ноябрендә Мәскәүҙә үткән тәүге төбәк көнөндә республиканың ун бер муниципалитет башлығы урынбаҫарҙары менән бергә ҡатнашты.   Сарала Әбйәлил, Ауырғазы, Дыуан, Дүртөйлө, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө, Шишмә, Яңауыл райондарынан вәкилдәр булды.   Беҙҙең төбәк өсөн был урындағы практиканы күрһәтеү, һуңынан федераль программаға индерелергә мөмкин булған проекттарҙы пропагандалау мөмкинлеге. Киләсәктә тағы ла төбәк көндәре планлаштырыла. Расписаниены сайтта ҡарай алаһығыҙ: vk.cc/d3LYY3.   Тулыраҡ мәғлүмәтте карточкаларҙан ҡарағыҙ.👇
    0 комментариев
    1 класс
    Военнослужащие СВО из Башкортостана могут подать заявку на участие в кадровой программе «Время героев» По поручению Президента России стартовал третий поток программы. Впервые он ориентирован на участников и ветеранов специальной военной операции, у которых нет высшего образования. Ранее для участия это было обязательным условием. На необходимость создать возможности для военнослужащих, которые хотят реализовать себя в гражданской сфере, обратил внимание Владимир Путин. «У нас идёт программа «Время героев» для ребят, которые сражаются в зоне специальной военной операции. Мы организуем подготовку для наших бойцов, которые хотят попробовать себя и в гражданской сфере. Но там есть проблема
    0 комментариев
    0 классов
    Кисә генә үс алыуының иң һуңғы, иң мәрхәмәтһеҙ нөктәһе итеп яҙылған хат, тыуып та өлгөрмәй яҡты донъяларҙан киткән сабыйы менән бер ҡәбергә күмелде. Йыл һайын киләсәк ул яңғыҙ балан төбөнә. Ап-аҡ сәскәгә күмелгән мәлендә бер тапҡыр ҙа кейергә насип булмаған туй күлдәген күҙ алдына килтерәсәк, емештәрҽ тулышып бешкән мәлендә хыянатлы, мәкерле йәшлеге иҫенә төшәсәк. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-11-11/balan-hik-y-4871323
    0 комментариев
    5 классов
    Хәким: “Әйҙә, ял итеп алайыҡ, арығанһыңдыр”, –тигәс, Фәринә ризалашып, Әүлиә ҡәберен әйләндергән кәртәгә һөйәлгән Хәкимдең ҡосағына һеңде. Ғәжәп, ошондай йылы төндә лә ҡыҙҙың тәне дерелдәп-дерелдәп ҡуя ине –янбаш тирәләренән ҡуҙғалып күкрәгенә табан йүгергән сәйер дерелдәү. – Әллә өшөйһөңмө? Йылытайыммы? – Ю-уҡ, өшөмәйем дә... https://ejansura.ru/articles/common_material/2022-03-04/a-yshly-b-het-hik-y-2715783
    0 комментариев
    2 класса
    Телефонына ниндәйҙер смс хәбәр килеп, Салауатты уятты. Шундайын да яҡшы төштө ҡарап бөтөргә бирмәне. Йәл... Душ аҫтында йыуынды ла, сәй ҡайнатып эсте. Сәғәт көндөҙгө ике лә булып киткән. Моғайын, Ай ҙа төшкө тәнәфескә туҡтағандыр. Салауат өҫтәлдә ятҡан телефонына үрелде. – Алло, – йөрәккә ятып торған таныш тауыш ишетелде. – Сәләм, – тине егет тә ирәбе генә. – Сәғәт нисәләрҙә эштән бушайһың? – Бөгөнгә эш бөттө инде, – тине Ай. – Шулаймы! – тип шатланды егет. – Әйҙә, кискә башҡорт филармонияһына барайыҡ. «Каруанһарай» төркөмө бөгөн унда концерт ҡуя. – Килештек, – тине ҡыҙ. – Ярар, билет алғас та шылтыратырмын. Пока! Ҡыҙ «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында йәшәй икән. Салауат уны ишек алдында ҡаршы алды. Осҡан күбәләктәй еңел генә атлап, айҙай балҡып, теүәл үҙе тәғәйенләгән ваҡытҡа һуңламай ғына килеп сыҡты ҡыҙ. Бая иртәнсәк кейгән кейемендә булыуға ҡарамаҫтан, Ай был юлы тағы ла матурыраҡ булып тойолдо. Улар барғанда филармонияның концерт залы төрлө йәштәрҙәге тамашасылар менән тулы ине. Билеттарҙың да иң һуңғыһына тигәндәй өлгөрөп ҡалғайны Салауат. Йыйылған кешеләр барыһы ла Айҙы башҡорт ҡыҙы итеп ҡабул итте, ахырыһы. Салауаттың коллегаһы Айбулат ҡатыны менән килгәйне. – Таныш булығыҙ – Мөхәббәт, – тип шаян йылмайҙы Салауат ҡыҙҙы дуҫтары менән таныштырып. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-03-07/ay-4606001Телефонына ниндәйҙер смс хәбәр килеп, Салауатты уятты. Шундайын да яҡшы төштө ҡарап бөтөргә бирмәне. Йәл... Душ аҫтында йыуынды ла, сәй ҡайнатып эсте. Сәғәт көндөҙгө ике лә булып киткән. Моғайын, Ай ҙа төшкө тәнәфескә туҡтағандыр. Салауат өҫтәлдә ятҡан телефонына үрелде. – Алло, – йөрәккә ятып торған таныш тауыш ишетелде. – Сәләм, – тине егет тә ирәбе генә. – Сәғәт нисәләрҙә эштән бушайһың? – Бөгөнгә эш бөттө инде, – тине Ай. – Шулаймы! – тип шатланды егет. – Әйҙә, кискә башҡорт филармонияһына барайыҡ. «Каруанһарай» төркөмө бөгөн унда концерт ҡуя. – Килештек, – тине ҡыҙ. – Ярар, билет алғас та шылтыратырмын. Пока! Ҡыҙ «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында йәшәй икән. Салауат уны ишек алдында ҡаршы алды. Осҡан күбәләктәй еңел генә атлап, айҙай балҡып, теүәл үҙе тәғәйенләгән ваҡытҡа һуңламай ғына килеп сыҡты ҡыҙ. Бая иртәнсәк кейгән кейемендә булыуға ҡарамаҫтан, Ай был юлы тағы ла матурыраҡ булып тойолдо. Улар барғанда филармонияның концерт залы төрлө йәштәрҙәге тамашасылар менән тулы ине. Билеттарҙың да иң һуңғыһына тигәндәй өлгөрөп ҡалғайны Салауат. Йыйылған кешеләр барыһы ла Айҙы башҡорт ҡыҙы итеп ҡабул итте, ахырыһы. Салауаттың коллегаһы Айбулат ҡатыны менән килгәйне. – Таныш булығыҙ – Мөхәббәт, – тип шаян йылмайҙы Салауат ҡыҙҙы дуҫтары менән таныштырып. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-03-07/ay-4606001
    0 комментариев
    1 класс
    Вернулся домой — впереди новая жизнь. Рассказываем, как в Башкирии помогают ветеранам СВО найти работу, освоить новую профессию и открыть своё дело 📊 Все цифры — в карточках 👇
    0 комментариев
    0 классов
    Юлдан яҙыу өсөн бик аҙ ғына ваҡыт етте. Эсте, урамда ла аунап ятты, кем етте шуға ултырып китеп аҙналар буйы юғалып йөрөнө. Был ваҡытта ҡайны-ҡәйнәһе лә, ата-әсәһе лә гүр эйәләре ине инде. Эскелек, ата-әсәһенең һуғышыу талашыуынан башҡа нәмә күрмәгән балалары ҡалаға сығып киттеләр. Һәр береһе үҙ йүнен үҙе күрҙе. Ҡасандыр, Рамаҙандың ата әсәһе төҙөгән, шаулап торған донья емерелде. Усаҡлыҡ, мунса хатта бәҙрәф тә емерелеп төштө. Ишек алдын ҡый баҫты. Ҡоймаларҙың юҡлығына хан заман. Типһә тимер өҙөрлөк ир, арҡыры ағасты буй әйләндереп һалманы. Ә малды көткән булдылар. Атаһынан ҡалған аттары булды. Ябыҡ, үлмәле һыйырҙар ярым емерек, тишек тошоғонан гөжләтеп ел өрөп торған кәртәлә ни ғиллә менән
    0 комментариев
    3 класса
    Ғәфүр әрменән эйәртеп ҡайтҡайны уны. Ҡапҡанан килеп ингәндә үк, күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймай, улының беләгенә тас йәбешеп торған сибек, ҡарасман ҡыҙҙы үҙһенмәне лә ҡуйҙы шул Сәбилә. Ҡарты иһә бигерәк ҡаты ҡыланды. Ҡайҙан алып ҡайтһаң, шунда илтеп ырғыт, тип кенә ебәрер ине. Әйтерһең дә, ул урамдан табып алған бесәй балаһы! Уныһын да әле эсендә йәне булғаны тота һалып ҡына сығарып ырғыта алмаҫ. Йәлләр. Ә был бит кеше! Берәүҙең ғәзиз балаһы! Илтеп ырғыт, имеш. Уҫал булам тигәс тә... Оҙаҡламай Хәмзә өйөндә нисек тә был ике йәрҙең араһын һыуытырға тигән етди ҡарар ҡабул ителде. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-11-09/bala-ay-ynam-4870140
    1 комментарий
    2 класса
    0 комментариев
    3 класса
  • Класс
  • Класс
Показать ещё