Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Мәңгелек шиғырҙар ижад иткән яратҡан шағирыбыҙҙы иҫкә алайыҡ. Телгә, тыуған еренә, халҡына тоғро ҡалған бөйөк уҙаман

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 13
Алтмышынсы йылдар. Өфө буйлап
“Эт һуғарам” бер ял көнөндә.
Өс теремек ағай юлды бүлде -
Һөйләшәләр башҡорт телендә.
Икәүһе, әй, һорауҙарға күмде: Атың кем дә, ырыуың, ерең?
Ыҡ-мыҡ итеп торғас, һаҡалтайы
Битәрләне, ҡашын емереп.
Сәмләнеп мин яуап биргәс, шулай,
Йылмайышты алсаҡ ағайҙар.
-Был бит минең яҡташ, - ти оҙоно, -
Бәйләнмәгеҙ әле, малайҙар.
Ләм-мим һүҙ ҡатманы олорағы,
Битарафтан микән булмышы?
Ә күҙҙәре бигерәк моңһоу ҡарай –
Тынғыһыҙҙыр йөрәк һулышы?
Әңгәмәбеҙ оҙаҡ һуҙылманы –
Февраль еле биткә ҡағыла.
- Рәми. Рауил. Рәшит.* Ҡулды ҡыҫып,
Юлландылар Иҙел яғына.
Ни кисерҙе икән моңһоу шағир
Милләттәшен күреп урамда?
Ни уйланы икән бөйөк шағир
Мәктәптәш ҡустыһы** хаҡында?
Йылдар араһынан фаразлайым –
Аңлашыла шағир булмышы:
Ҡул-аяғы бығау, рухы – сырмау,
Иркен түгел күкрәк һулышы!
Мәктәптәшен күреп башҡалала
Әрнегәндер шағир йөрәге!
“Азат булһын ине был балаҡай!” –
Шул булғандыр шағир теләге!
* Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Рәшит Солтангәрәев.
**Интернат уҡыусылары үҙ...ЕщёӨфө урамында
Алтмышынсы йылдар. Өфө буйлап
“Эт һуғарам” бер ял көнөндә.
Өс теремек ағай юлды бүлде -
Һөйләшәләр башҡорт телендә.
Икәүһе, әй, һорауҙарға күмде: Атың кем дә, ырыуың, ерең?
Ыҡ-мыҡ итеп торғас, һаҡалтайы
Битәрләне, ҡашын емереп.
Сәмләнеп мин яуап биргәс, шулай,
Йылмайышты алсаҡ ағайҙар.
-Был бит минең яҡташ, - ти оҙоно, -
Бәйләнмәгеҙ әле, малайҙар.
Ләм-мим һүҙ ҡатманы олорағы,
Битарафтан микән булмышы?
Ә күҙҙәре бигерәк моңһоу ҡарай –
Тынғыһыҙҙыр йөрәк һулышы?
Әңгәмәбеҙ оҙаҡ һуҙылманы –
Февраль еле биткә ҡағыла.
- Рәми. Рауил. Рәшит.* Ҡулды ҡыҫып,
Юлландылар Иҙел яғына.
Ни кисерҙе икән моңһоу шағир
Милләттәшен күреп урамда?
Ни уйланы икән бөйөк шағир
Мәктәптәш ҡустыһы** хаҡында?
Йылдар араһынан фаразлайым –
Аңлашыла шағир булмышы:
Ҡул-аяғы бығау, рухы – сырмау,
Иркен түгел күкрәк һулышы!
Мәктәптәшен күреп башҡалала
Әрнегәндер шағир йөрәге!
“Азат булһын ине был балаҡай!” –
Шул булғандыр шағир теләге!
* Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Рәшит Солтангәрәев.
**Интернат уҡыусылары үҙҙәрен “беҙ бер туғандар” тип йөрөтә.