Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Күп һорауҙарға яуап тура бәйләнеш барышында алынды. Проекттар һәм объекттар ярҙам аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы тура бәйләнеш алдынан әйтеүенсә, килгән күп һорауҙар кемдер өсөн ваҡ кеүек тойолһа ла, уны биргәндәр өсөн мөһим. Бөгөн бирелгән һорауҙар араһында ла район, ауыл өсөн мөһим мәсьәләләр күп булды. Радий Фәрит уларҙың күбеһен урында зәл итте.
Мәҫәлән, Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсенең “Ҡашҡаҙан” паркында һәм Маршал Жуков скверында яҡтыртыу булмауы тураһында һорауына яуап бирҙе.
– Был биләмәне төҙөкләндереүгә шул тиклем күп аҡса һалғанбыҙ. Нисек инде яҡтыртыу юҡ? – тип һораны Радий Хәбиров һәм Өфө хакимиәтенә һәм Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығына был мәсьәләне хәл итеүҙе контролдә тоторға ҡушты.
Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов муниципалитет властарының хәлде белеүен һәм уның менән шөғөлләнеүен хәбәр итте.
Радий Хәбиров Күмертау халҡының “Шахтер” стадионы яҙмышы тураһындағы һорауға яуап бирҙе. Спорт йәмәғәтселеге вәкилдәре һәм йәш спортсылар ҡаланың юбилейына — 2028 йылда үтәсәк 75 йыллығына – ҡала халҡына яңыртылған спорт объектын бүләк итеү өсөн төҙөлөштө тиҙләтеүҙе һораны.
Радий Хәбиров хәлдең оҙаҡҡа һуҙылыуын таныны һәм Күмертау халҡынан ғәфү үтенде.
– Был төҙөлөштө оҙайтҡаныбыҙ өсөн ғәфү үтенергә тейешмен. Минеңсә,“Шахтер” республикалағы иң оҙайлы төҙөлөштәр араһында беренсе урынды биләй, — тине ул. – Күмертауға килеп, эш башларға ҡушҡан 2019 йылды яҡшы хәтерләйем. Әммә ул саҡта, аҡса булһа ла, барыһы ла аҡылһыҙ эшләнгәнен күрҙек. Был бик матур объект, уның ҡайҙа урынлашыуын беләм. Ҡалаға килгән һайын, уны ҡарап үтеүҙе һорайым. 2027 йылда төҙөлөш эштәрен тамамлау буйынса әүҙем эш башлау планлаштырыла. Беҙҙә подрядсы бар, ул етди төҙөлөш ойошмаһы. Финанслау буйынса: аҡса киләһе йылға бюджеттан бүленәсәк. Финанс министрлығы белә. Объект Мәләүездәге стадион һәм Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарындағы бассейндар менән бергә өҫтөнлөклө антирейтингта оҙайлы төҙөлөш исемлегенә индерелгән. Әммә иң насар хәл тап “Шахтер” менән", — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында шашка буйынса Ишембай спорт мәктәбе вәкилдәре эфирға сыҡты. Унда 10 тренерҙа 200-ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, шул иҫәптән күреү һәләте боҙолғандар. Директор Йәлил Сакаев әйтеүенсә, 20 йылдан ашыу мәктәп торлаҡ йорттоң беренсе ҡатындағы элекке ЗАГС бинаһында эшләй, бинаға капиталь ремонт талап ителә. Спорт мәктәбе етәксеһе Радий Хәбировтан был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итеүен һораны.
Башҡортостан Башлығы яҡташтарына ҙур сәләм еткерҙе һәм муниципалитет башлығына смета әҙерләргә ҡушты: “Аҡсаны иғтибар менән иҫәпләгеҙ һәм минең иҫкә төшөрөгөҙ. Финанслау сығанағы хаҡында уйларбыҙ, моғайын, „Башнефть“ менән һөйләшербеҙ”.
– Шул уҡ ваҡытта декабрҙә ишембайҙа Спорт һарайын ремонтлау тамамланасаҡ. Бында мин үҙем малай саҡта шөғөлләндем. Уны яңыртыу – был минең спорт индустрияһына индергән өлөшөм, тип әйтергә мөмкин, – тине Башлыҡ.
Вице-премьер һәм Спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, был проектҡа федераль бюджеттан 48 миллион һум аҡса йәлеп ителә, ә дөйөм алғанда эштәрҙең хаҡы 50 миллион һум тәшкил итә.Әле өсөнсө этаптың эштәре тамамлана, ә декабрҙә объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалисы Ринат Хөснийәров менән Учалы ҡалаһында һыу үткәргесте яңыртыу мәсьәләһен тикшерҙе.
Халыҡ исеменән ветеран башҡарылған эштәр өсөн рәхмәт белдерҙе, әммә объектты тамамлауға аҡса ҡалғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡланы.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова финанслау булыуын раҫланы. Уның һүҙҙәренсә, эштәрҙең беренсе этабы тулыһынса тамамланған. Әлеге ваҡытта икенсе этап тамамлана (оҙонлоғо 3,3 км), уға аҡса федераль бюджеттан һәм республика адреслы инвестиция программаһынан бүленгән.
Учалы районы башлығы Руслан Ғиләжетдинов, киләһе йылда ремонт эштәре дауам итәсәк, тип өҫтәне.
Тура бәйләнеш ваҡытында Башҡортостан Башлығы Дүртөйлөлә боҙ аренаһы төҙөлөшө барышы менән ҡыҙыҡһынды. Район башлығы Риф Йосопов, объектты тапшырыу ваҡыты күсерелә, тип хәбәр итте.
– Июлдә, һеҙ объектҡа килгәндә, төҙөлөш 2027 йылдың ноябрендә тамамланырға тейеш, тип килешкәйнек. Финанс хәлен иҫәпкә алып, бер аҙ уңға табан хәрәкәт итергә мөмкиндер, – тип аңлатты ул.
Радий Хәбиров объектты 2028 йылда тапшырыуҙары хаҡында әйтте һәм иптәштәрсә хоккей матчына килергә вәғәҙә итте.
– 2028 йылда командабыҙ менән килербеҙ һәм һеҙҙең менән шунда көрәшербеҙ, – тип вәғәҙәләне төбәк етәксеһе.
Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы Ишембай властарынан “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһының ҡасан ҡуйылыуы менән ҡыҙыҡһынды.
Республика Башлығына бөгөнгө көнгә проект әҙерләнә, уның хаҡы яҡынса 103 миллион һум, тип яуап бирҙеләр. Әгәр финанслау табырға мөмкин булһа, стеланы киләһе йылда ҡуйыу планлаштырыла.
Радий Хәбиров күберәк аныҡлыҡ һораны һәм 2027 йылда проектты мотлаҡ тамамларға ҡушты: “Һеҙ миңә „Башнефть“менән ҡасан һөйләшеүҙәр башларға кәрәклеген аңлар өсөн бөтә этаптарҙы аныҡ билдәләргә тейешһегеҙ. Стелаға килгәндә, Өфөнән өлгө алығыҙ, бында асыҡ һауалағы тотош музейҙы төҙөкләндерҙеләр".
Фото: "Башинформ".
Автор:Альфия Мингалиева

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев