Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Быйыл ул алтынсы тапҡыр үтә.
Мөһим сара башланыр алдынан республика етәксеһе Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итеп, был бәйләнештең әһәмиәте тураһында һөйләне.
“Бөгөн мин традицион тура бәйләнеш үткәрәм. Уның төп маҡсаты, һәр ваҡыттағыса, халҡыбыҙҙы борсоған проблемаларҙы ишетеү һәм иң бәләкәйҙән алып ҙурына тиклем мәсьәләләрҙе хәл итеү.
Республиканың бөтә идара итеү командаһын эшкә ҡушылыуығыҙҙы һәм бәйләнештә булыуығыҙҙы һорайым. Бындай форматта беҙ алтынсы тапҡыр осрашабыҙ, һәм тәжрибә күрһәтеүенсә, халыҡтың күп проблемаларын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итергә мөмкин”, – тине ул.
Тура бәйләнеште БСТ, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, ЮТВ, “Сәләм” телеканалдары, “Юлдаш” радиоһы эфирҙарында һәм Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендә күҙәтергә мөмкин.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев